Башҡортостанда 39 район һәм ҡалала йылытыу миҙгеле дауам итә

Йорттарға  йылы биреү туҡтатылмаған. Был турала  бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдерҙе. - 63 муниципалитеттың 24-ендә, шул иҫәптән Өфөлә йорттарҙы йылытыу тамамланды. Башҡа район һәм ҡалалар һауа шарттарын иҫәпкә алып йылытыуҙы дауам итә, - тине ул.