Башҡортостанда 4 бала медицина препараттары менән ағыуланған

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Бәләбәйҙә 12 йәшлек малай дарыу менән бергә энергетик эскән. Уны реанимацияға һалғандар, хәле уртаса ауырлыҡта. Тағы бер хәл Октябрьскийҙа булған. 17 йәшлек өс үҫмер психотроп препарат ҡулланған. Уларҙың икәүһе ҡала дауаханаһына һалыған, береһе өй шарттарында педиатр күҙәтеүендә дауалана.