Һуңғы тапҡыр акцияла 172 мең кеше ҡатнашҡайны. Был иһә йылдар үткән һайын сараның тағы ла киңерәк билдәлелек ала барыуы һәм йәмғиәттә патриотизмдың артыуына дәлил. Хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып «Үлемһеҙ полк» акцияһы ғәмәлдә өс йыл элек уҙғарылды. Ошо ваҡытта ул онлайн форматта үткәрелә килде. Быйыл да күп халыҡтың йыйылыуы именлек хеҙмәтендә борсолоу уята. Ләкин Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында мөһим сараны үткәрмәйенсә лә мөмкин түгел, ти властар. Республика башлығы Радий Хәбиров акцияны ойоштороу ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тейешле үтәү бурысы ҡуйҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Еңеү көнөндә ҡаралған башҡа саралар планы ла тикшерелде.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотоломаған. Бөйөк Ватан һығышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған стела исемлеге лә йыл да артып тора. Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында йәшәүселәр ҙә обелискты яңыртҡан ваҡытта яңы факттар аса.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған бар обелиск, һәйкәл, мемориалдар ҙа Еңеү көнө алдынан яңыртылырға, төҙөкләндерелергә тейеш. Радий Хәбиров үткән оператив кәңәшмәлә урындағы етәкселәргә ошондай бурыс йөкмәткәйне. Эш әүҙемләшкән, шулай ҙа тамамланмаған.
Еңеү байрамының төп сараларының береһе -Үлемһеҙ полк үтеүе. Күләмле акция тәүҙә коронавирус, һуңынан хәүефһеҙлек талаптарына бәйле һуңғы йылдарҙа онлайн форматта ойошторола килде. Ләкин быйыл үлемһеҙ һалдаттар колоннаһы урамдарҙан үтергә тейеш, ти етәкселек.
Еңеү парады ла быйыл бығаса булмаған масштабта үтәсәк. Баш ҡаланың төп урамынан хәрбиҙәр, көс структуралары, ҡотҡарыусылар, курсанттар, йәш армеецтар, һуңынан 18 берәмек бронетехника үтә. Уларҙың күбеһе фронтта ҡулланылған хәрби техника. Һауаға вертолет һәм самолеттар күтәрелеүе парадтың кульминацияһы буласаҡ.
Радий Хәбиров парад ҡарарға һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашыусыларҙың юл йөрөүен дә хәстәрләргә ҡушты. Тантаналар тамамланғандан һуң да халыҡтың таралыша алмай тороуы, йәмәғәт транспорты йөрөмәү кеүек ҡатмарлыҡтар булырға тейеш түгел. Был көндәрҙә өҫтәп автобустар сығарыу, маршрут ваҡытын һуҙыу кеүек уңайлыҡтар булдырылыуы шарт, тине төбәк башлығы.
Айнур Кәбиров