Өфө менән Ҡытай халыҡ республикаһы араһында тура авиарейс асылды

Өфө менән Ҡытай халыҡ республикаһы араһында тура авиарейс асылды. Ул аҙнаһына ике тапҡыр оса. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай-Рәсәй комплекслы хеҙмәтләндереү сауҙа платформаһы директоры Дин Сяопинға хәбәр итте. Һауа юлдары бәйләнеше ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итәсәк. Яңы эшлекле бәйләнештәр булдырылған, тауар әйләнеше арта. Ҡытай Башҡортостан өсөн сауҙа ғына түгел, индустриаль партнер ҙа була ала, тине республика башлығы.

Рәсәй Һәм Башҡортостан Ҡытай өсөн ышаныслы эшлекле партнерҙар булып ҡала. Был хаҡта республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшҡыуарҙар менән осрашыу барышында Ҡытай халыҡ республикаһынан бизнес-миссия вәкилдәре белдерҙе. Беҙҙең төбәк менән ХэйлуцзЯн провинцияһы араһында үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек яйланған. Харбин ҡалаһында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡатнашлығында Башҡорт-ҡытай сауҙа йорто асылды. Хәҙер уның базаһында Бонд келәтен булдырыу планлаштырыла. Был таможня зонаһы, унда тауарҙар һатылғанға тиклем пошлиналар һәм һалымдар түләмәйенсә һаҡлана. Башҡортостан менән Ҡытай нефть һәм газ, машина һәм двигателдәр эшләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. Ауыл хужалығында ла ҙур перспективалар бар.

Башҡортостан менән Ҡытайҙың ХэйлуцзЯн провинцияһында оҡшашлыҡтар күп. Беҙҙә лә нефть табыу машина төҙөү өлкәһе үҫешкән. Ауыл хужалығына килгәндә, беҙ Ҡытайҙың 20 процент халҡын продукция менән тәьмин итәбеҙ, ә ул 300 миллион кеше тигән һүҙ.

Дин Сяопин, Ҡытай-Рәсәй комплекслы хеҙмәтләндереү сауҙа платформаһы директоры