Өфөлә махсус отряд яугирҙарының ҡаһарманлығы иҫтәлегенә митинг үтте

Өфөлә Чечен республикаһында һәләк булған махсус тәғәйенләнештәге отряд хәрбиҙәре бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. 1995 йылдың 22 апрелендә Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операция барышында Аллера ауылы эргәһендә отрядтың алты яугиры эске ғәскәрҙәрҙең разведка взводы менән берлектә бандиттар ҡамауында ҡалып, ҡаты алышта һәләк була. Рәсәй Президенты Указына ярашлы улар операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ ордены» менән билдәләнә. Махсус отряд хәрбиҙәре һәләк булыуға 30 йыл тулыуға бәйле Хәтер мемориалы эргәһендә митинг ойошторолдо, сараға яугирҙарҙың ата-әсәләре, яҡын кешеләре лә саҡырылғайны.

«Ватан-әсә» тип осраҡлы ғына әйтмәйҙәр бит, шуға күрә тыуған ил дә һәр ваҡыт беренсе урында. Улдарыбыҙҙың ҡаһармандарса һәләк булыуы мәңгегә хәтерҙә ҡалды. Улар хеҙмәт иткән отрядҡа рәхмәтлебеҙ, беҙгә - ата-әсәләргә һәр ваҡыт оло хәстәрлек күрһәтелде, иғтибар үҙәгендәбеҙ. Йыл да Хәтер саралары ойошторола.

Валентина Щекотурова, Андрей Щекотуровтың әсәһе

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ойошҡан енәйәтселек киң таралған була, айырыуса Төньяҡ Кавказдағы хәл киҫкенләшә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре был төбәктә командировкаларҙа булып, биләмәлә ҡануни нигеҙҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға, тәртип булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Бөгөн махсус тәғәйенләнештәге отрядтың яңы быуыны «Рәсәй гвардияһы» составында хәрбиҙәрҙең эшен лайыҡлы дауам итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, нацизмға ҡаршы көрәшә, ҡаһармандарса ил мәнфәғәтен яҡлайҙар.

Алексей Касьянов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор