Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Эрудит» тип исемләнгән интеллектуаль фестиваль үтте

Күләмле сарала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 11 команда ҡатнашты. Ярыш ике этаптан торҙо: «Мейе штурмы» һәм «Брейн-ринг» турнирҙары ойошторолдо. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһынан «УникУм» командаһы беренселекте яуланы. Капитандар араһында ойошторолған ярышта Стәрлетамаҡтан Фәлис Ҡотлозаманов еңеүсе тип танылды. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, фестиваль йәмәғәт ойошмалары араһында бәйләнештәрҙе нығытырға булышлыҡ итә.