Унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юл хужалығы, сәнәғәт, машиналар төҙөлөшө, элемтә һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән егет-ҡыҙҙар, барлығы 16 команда ҡатнашты. Сәхнәгә сыҡҡан йәштәр үҙҙәренең эшмәкәрлегенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп, шаяртыуҙар, бәләкәй сәхнәләштәреүҙәр тәҡдим итте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса фестивалдең абсолют еңеүсеһе тип Нефтекама ҡалаһынан «Уҡытыусылар» командаһы иғлан ителде. Республиканың профсоюздар федерацияһы һәм төбәктең йәштәр сәйәсәте министрлығы тарафынан ойошторолған сараны ҡатнашыусылар юғары баһалап, эшсе йәштәрҙе берләштереүсе майҙансыҡҡа әйләнеүен билдәләне.