Ғафури районы халҡы «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акцияларында әүҙем ҡатнашты

Ғафури районы халҡынан йәшел урман һәм тере хәтер акцияһы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә арналған илһөйәрлек саралары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы Ғафури районында ойошҡанлыҡ менән бара. Әлеге ваҡытта 6 гектар майҙанға йәш үҫентеләр ултыртылған. Өмәлә 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған Ташаҫты ауылы янында иһә 4 гектар майҙанда 5 мең йүкә һәм 5 мең шыршы ултыртыуҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Еңеүҙең 80 йыллығына Ибраһим, Ҡауарҙы, Мораҡ, Ҡурғашлы һәм Сәйетбаба ауылдарында ла хәтер аллеялары булдырыласаҡ. Фронтовиктарҙың балалары тарафынан ултыртылған ағастар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған атай-олатайҙарға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Төбәктә күптәр ата-бабалары кәсебе-ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Ултыртҡан йүкәләр сифатлы бал алыуға ла булышлыҡ итәсәк, тип өмөтләнә умартасылар.

Легендар спортсы, еңел атлетика буйынса рекордсмен Рима Баталова ла ағас ултыртыуҙа әүҙем ҡатнаша. Спортсы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың исемен скверҙарҙа мәңгеләштереү һәм иҫтәлектәр менән бүлешеү тереләрҙең изге бурысы, тип иҫәпләй.

Минең атайым Бөйөк Ватан һуғышында Берлинға хәтлем барып еткән . Беҙ уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында йәштәргә һөйләргә тейешбеҙ. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар ҙа Ватан өсөн башын һалды. Башҡортостанда ҡаһарман һалдаттар хаҡында һәр ауылда скверҙар ултыртыла. Мин дә был саранан ситтә ҡала алмайым, йыл һайын ҡатнашам.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы Депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Красноусол ауылында Ватан һаҡсылары ғаиләләре клубы бер-нисә ай элек ойшторолған. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә «Хәтер баҡсаһы»н ултыртыуға 60 яугирҙың ғаиләләре һәм яҡындары килде. Улар ил именлеге өсөн башын һалған яугирҙарға арнап йүкә һәм миләш ағастары ултыртты.

«Хәтер аллеяһы» на яҡтыртыу бағаналары, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Киләсәктә быда илһөйәрлек сараларын ойоштороу күҙаллана.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһында Ғафури районында бөтәһе 900-гә яҡын ағас ултыртылған. Һәр ағас яугирҙарыбыҙға -ҡәҙер һәм рәхмәт билдәһе, тарихты һаҡлауға индергән өлөшөбөҙ, киләсәк быуындарға халыҡ ҡаһарманлығы хаҡында иҫкәртеү ҙә булып тора.

«Хәтер баҡсаһы» проекты халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Красноусол ауылының «Йәшлек» паркында махсус хәрби операцияла Ватан азатлығы өсөн һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә 120 йүкә һәм миләш, ә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына 80 шыршы ағасы ултыртылды.

Гүзәл Борханова