Радий Хәбиров ағас ултырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа рәхмәт белдерҙе

Уның әйтеүенсә, ҡырҡылған урман урынына йәш үҫентеләр күберәк ултыртылыуы мөмкин. - 2024 йылда 16 мең гектарҙа урман тергеҙелде. Быйылға ла шундай күләм планлаштырылған. Башҡортостан һәр ваҡыт урманға бай төбәк булды, ошо байлыҡты һаҡларға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Республикала "Йәшел Башҡортостан" акцияһы башланды. Уҙған шәмбе 5 мең ярымдан ашыу ағас һәм 100 мең ҡыуаҡ ултыртылды. Был сараларҙа 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.