Беҙҙең республика делегацияһы был көндәрҙә эш сәфәре менән Ташкент ҡалаһында. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Үзбәкстан Ауыл хужалығы министры Иброхим Абдурохманов менән осрашты, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Өфө һәм Ташкент араһында агросәнәғәт продукцияһы әйләнеше 24 мең тоннаға еткән. Осрашыуҙа ҡошсолоҡ, һөт проудкцияһын эшкәртеү, малсылыҡ һәм умартасылыҡта хеҙмәттәшлек нығытыу мөмкнилектәре ҡаралды.