Республика хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Урман хужалығы министрлығынан биләмәләрҙә патруль эшен ойошторорға, хәүефһеҙлек тәьмин итер ҡушылды. Урмандарҙа усаҡ яғыу, урманған яҡын урындарҙа сүп-сар яндырыу тыйылды. Янғын хәүефе ҙур булғанда урмандарға инеү сикләнә. Үтә ҡатмарлы осраҡтарҙа муниципаль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелеүе мөмкин.