"Һуғыш балалары"на аҡса түләнәсәк

Башҡортостанда Еңеүҙең 80 йыллығына “Һуғыш балалары” статусын алыусыларға 2 мең һум түләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, аҡса 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуғандарға бирелә. Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев  мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда был категорияға ҡараған 100 меңдән ашыу кеше йәшәй.