Былтыр ғына 16 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән. Быйыл да ағас ошо уҡ күләмдә ултыртылыр тип көтөлә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙыуынса, һуңғы 6 йылда төбәк тәбиғәте 160 миллион төп үҫентеһенә байытылған. Ағас ултыртыуға урман хужалыҡтары һәм участкаларҙы ҡуртымға алыусылар йәлеп ителгән. Һәм, әлбиттә, халҡыбыҙ - «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияларында ҡатнашыусыларға айырым рәхмәт. Республика буйлап йөрөгәндә дөйөм эш һөҙөмтәләре асыҡ күренә. Элек бушлыҡ булған урындарҙа хәҙер яңы ағастар үҫә. Башҡортостан һәр ваҡыт урманға бай булды, һәм был байлыҡты киләсәк быуындар өсөн бергәләп һаҡларға тейешбеҙ, тип яҙған республика башлығы.