Стәрлетамаҡта «Вне рамок #102» тип исемләнгән беренсе республика Медиа-хакатон үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында «Вне рамок #102» тип исемләнгән беренсе республика Медиа-хакатон үтте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға фото һәм видео төшөрөү, монтажлау, графикалы дизайнды яҡшы белгән, текстарҙы оҫта яҙған мәктәп уҡыусылары саҡырылғайны. Үҫмерҙәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, креатив медиаконтент өлкәһендә яңы белем аласаҡ. Фестиваль, тәү сиратта, өлкән класс уҡыусыларының ижади һәләттәрен үҫтереү, уларҙа заманса технологияларға ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән. Идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә бирелә.