«Торатау» конгресс-холында «Мөғжизәле шашка» Бөтә Рәсәй турнирының төбәк этабы финалы башланды. Бай тарихҡа эйә булған ярыш 1966 йылдан үткәрелә.
Ғинуарҙан апрелгә тиклем һайлап алыу этабы ойошторолдо. Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы командалар хәл иткес стадияға сыҡты. Йәш спортсыларҙы халыҡ-ара шашка буйынса 7 тапҡыр донъя чемпионы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина сәләмләне. Өфөгә бөтәһе 28 команда йыйылды. Һәр составҡа 14 йәштән өлкән булмаған дүрт йәш шашкасы ингән. Улар республика исеменән Бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһау хоҡуғы өсөн көрәшә.