30 апрель - Рәсәйҙә яңғын һағы көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы республиканың янғын һүндереү частарына махсус техника тапшырҙы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу айырым контролдә тотола. Сөнки был тәьминәткә халыҡтың именлеге, тыныслығы бәйле. Ут менән көрәшеүселәргә урман янғындары менән көрәшергә лә, күп ҡатлы бейек йорттарҙағы янғындарҙы һүндерергә лә тура килә. Был осраҡта һөнәри оҫталыҡтан тыш заманса техника, ҡоролмалар талап ителә. Шулай уҡ янғындарҙы иҫкәртеү, күҙәтеү эше лә алып барыла.
Радий Хәбиров янғын һүндереүселәргә яуаплы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, һөнәри бурыстарын үтәгәндә айырылып торған хеҙмәткәрҙәрҙе Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Башҡортостан башлығы республиканың өс янғын һүндереү часына махсус техника асҡысы тапшырҙы, ә 10 ауыл хакимиәте биләмәһенә цистерналы тағылма һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Улар райондарҙағы ирекле янғын һүндереү отрядтарына биреләсәк. Әйткәндәй, ирекмән янғын һүндереүселәр дружинаһы ойошторолғандан алып уларға 300 берәмек техника тапшырылған. Был отрядтар бәлә-ҡаза урынына тәүгеләрҙән булып килеп етә һәм уттың таралыуына юл ҡуймай.