Ташҡент ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан делегацияһы төбәктең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Үзбәкстандың шәхси туристик ойошмалар ассоциацияһы тарафынан хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙа төбәктә инвесторҙар өсөн эш шарттарына баҫым яһалды.
Башҡортостанда туризм тармағы компаниялары өсөн һалым ташламалары һәм грант ярҙамы системаһы булдырылған. «Иннопром . Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында аҙыҡ-түлек тауарҙарын эшкәртеү, техник ҡоролмалар етештереү, туҡымалар һәм аяҡ кейеме экспорты 8 процентҡа артҡан. Хеҙмәттәшлек йүнәлешендә айырыуса сәнәғәт, нефть химияһы , сәнәғәт тармаҡтарында үҫеш күҙәтелә.
Башҡортостан делегацияһы Ташкентта Еңеү паркындағы монументҡа сәскә һалды . Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ташкентта Еңеү паркы 2020 йылда асылған. Мемориаль комплекс һуғыш ҡорбандарының ҡаһарманлығын сағылдырған тематик майҙансыҡтарға бүленгән. Парктың махсус биләмәләрендә әлеге армияның ҡорал өлгөләре лә күрһәтелгән. Төп аллеяла «Еңеү « ордены форматында фонтан булдырылған.