Еңеү һалдаттарына хәтер мәңгелек. Республика геронтология үҙәгендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр алдында Ауырғазы районы мәҙәниәт йорто артистары сығыш яһаны. Сәхнәлә һуғыш осоронда ижад ителгән фронт йырҙары яңғыраны. Тамашасылар рух күтәренкелеге, яугирҙар ҡаһарманлығына дан йырлаған, Ватанға һөйөү менән менән һуғарылған сығыштарҙы ҡарап, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән атай-олатайҙарын иҫкә төшөрҙө.