«Лёньканы ҡотҡарығыҙ!» драмаһы Өфө тамашасыһын әсир итте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына премьера әҙерләгән. Мәликә Икрамованың пьесаһын Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштергән.

Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара. Аслыҡтан интеккән, ауырып түшәктә ятҡан 9 йәшлек малай Африка тураһында хыяллана һәм ул кешеләрҙең ярҙамға килеренә өмәтләнә. Артабан Лёнканы ҡотҡарыуҙың геройҙаса тарихы башлана. Режиссер малайҙың фантазияһында йәшәгән сағыу персонаждарға баҫым яһаған. Был иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырырға һәм тамашасыларға хатта иң ауыр ваҡытта ла шатлыҡ һәм ышаныу көсөнөң мөһимлеген иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирә.