Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Ғәҙәттән тыш  хәлдәр комиссияһы ултырышында ошо тема ҡаралды. - 2025 йылдан һыу объекттарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү программаһы ғәмәлгә  ашырыла. Быйыл йылға-күл буйҙарында 200-ҙән ашыу ял урыны булдырыу планлаштырыла, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты  етәксеһе Кирилл Первов.