Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған

Быйыл текстар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды. Офлайн майҙансыҡтарҙа 333 меңгә яҡын кеше диктант яҙһа, 72  мең ярым ҡатнашыусы онлайн форматты һайлаған. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән – 18  меңдән ашыу, башҡа илдәрҙән 1 мең 600 кеше башҡорт теленән белемен тикшергән,тип белдерәләр акцияны ойоштороусылар. Диктантты яҙыусылар өс төркөмгә- башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектына бүленде. Халыҡ-ара акция 11-се тапҡыр уҙғарылды. Рәсми һөҙөмтәләр 30 көн эсендә сайтта баҫылып сыға.