Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт итеүсе граждандарға ярҙам саралары тураһында указға үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, Рәсәйҙең оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән контракниктарға түләү мөҙҙәте 15 майға тиклем ғәмәлдә була. Быға тиклемге түләү осоро бөгөн тамамлана. Республиканан илдең оборона ведомствоһы менән килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә федераль өҫтәмә түләүҙәргә ҡушып 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.