Башҡортостанда етем балаларға торлаҡ бирелә

Бының өсөн 2 миллиард 800 миллион һум бүленә. Аҡсаның күбеһе - федераль ҡаҙна өлөшө. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе. Быйыл етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған 128 кешегә торлаҡ бирелгән. 748 кешене торлаҡ һәм тейешле түләүҙәр менән тәьмин итеү маҡсаты  ҡуйылған.