Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан хәйриә акцияһы уҙғарыла. 8 һәм 9 майҙа теләгән һәр кеше өсөн музейҙағы экспозицияларҙы бушлай ҡарау мөмкинлеге бар, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Был көндәрҙә Бөйөк Еңеүгә бағышланған тематик күргәҙмәләр тәҡдим ителә.