Өфөлә еңел атлетика буйынса эстафета уҙа

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ярыштар туғыҙ төркөмдә үткәрелә. Унда дөйөм белем биреү мәктәптәре, лицей һәм гимназиялар уҡыусылары, колледждар, техникумдар, юғары уҡыу йорттары студенттары, үҫмерҙәр һәм спорт клубтары, ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. 6 май эстафета уҙған көндө Еңеү паркы эргәһендә урынлашҡан урамдарҙа транспорт хәрәкәте сикләнә. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә.