Башҡортостанда «Сириус» федераль моделе буйынса эшләгән «Аврора» төбәк мәғариф үҙәгендә йәш быуындың һәләтен асыу өсөн һәйбәт инфраструктура булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, 2019 йылдан эшләп килгән үҙәктә ошо ваҡыт арауығында 47 меңдән ашыу бала уҡып сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 5 йыл эсендә «Аврора» проекттарында 620 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. «Аврора»ла уҡыусылар иң һәйбәт остаздар менән шөғөлләнә, улар фәнни тикшеренеүҙәр уҙғара һәм үҙҙәрен сәнғәттә һәм спортта һынап ҡарай. Бында пилотһыҙ осоу апппараттары, химия, тарих, география, астрономия, физика, һынлы сәнғәт, музыка һәм көрәш буйынса профилле сменалар ойошторола. Балалар төрлө олимпиадаларға әҙерләнә. Уҡыуҙар Тыныслыҡ урамындағы 14-се йортта һәм Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында үтә. Бындай шарттар үҙәк тәрбиәләнеүселәре араһынан Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимиадалары өсөн 200 еңеүсе һәм призер әҙерләү мөмкинлеге биргән. Балалар - беҙҙең киләсәгебеҙ.һәм беҙҙең бурыс улар үҙҙәренең һәләттәрен аса алһын өсөн шарттар тыуҙырыу. Уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына уңыштар теләйем, тип яҙған төбәк етәксеһе. Радий Фәрит улы шулай уҡ балаларын «Аврора» үҙәгенә килтерергә теләүсе ата-әсәләр өсөн һылтанма менән дә бүлешкән.