Шаран районы «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына ҡушылды

Сарала райондың барлыҡ ауыл советтары ла ҡатнашты. Район үҙәгендә йәш ағастар Шишмә урамында, Хәлиулин исемендәге парк эргәһендә һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы артындағы майҙанда ултыртылды. Экологик акцияла районға эш сәфәре менән килгән республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова ла ҡатнашты. Уртаҡ тырышлыҡ менән район биләмәләрендә барлығы 2547 төп ағас ултыртылған. Тыуған төйәкте йәшелләндереүгә район предприятиелары һәм ойошмаларынан меңдән ашыу кеше өлөш индергән.