Башҡортостанда ҡырау төшөп, һауа температураһы 3 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡырау төшөп, һауа температураһы 3 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Көндөҙ 14 градусҡаса йылыта.