Өфөлә «Мәжбүри мөхәббәт» сериалы төшөрөлә

Кинофильмдың сюжетына килгәндә, етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙың байлығына ҡыҙығып уға өйләнергә теләгән егеттең ниәтен ҡыҙҙың атаһы аңлап ҡала. Никаны үгәй улына кәләшлеккә биреп кенә хәлде ҡотҡарып ҡала. Ролдәрҙе Рәсәй ҡалаларынан килгән һәм республика театрҙары актерҙары башҡара. 4 сериянан торған мелодрама федераль телеканалдарҙың береһендә күрһәтеләсәк.

Өфөлә мин беренсе тапҡыр. Ҡала оҡшаны, тик ваҡытҡа күнегә алманым. Ике сәғәт айырма тойола. Командабыҙ дуҫ, татыу эшләне. Мәскәүгә кире ҡайтып китергә лә ваҡыт етте.

Маргарита Шерш, кинофильмда төп ролде башҡарыусы