Батыр рухы мәңге йәшәһен! Әбйәлил районы Амангилде ауылында Вадим Баҡыев иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш үтте. Турнирҙы Вадим Нурислам улының бергә уҡыған һабаҡташтары ойошторҙо.
Ҡазан юғары хәрби-танк училищеһы курсанты Вадим Баҡыев, 2008 йылда хәрби полигонда батырҙарса һәләк булған. Төндә бәрелеш урынына юл тотҡанда танктың янғын һүндереү системаһы эшләй башлай. Вадим юғалып ҡалмай, газдан иҫен юғалтҡан иптәштәрен саф һауаға сығарып өлгөрә, тик үҙенә, экипаж командирына, ярҙам өлгөрмәй. Яҡташтары геройҙы онотмай, йыл һайын уның иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыш уҙғара. Был юлы үҙ көсөн һынап ҡарарға Әбйәлил районының төрлө ауылдарынан тиҫтәгә яҡын команда йыйылды.
Быйылғы волейбол ярышы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүҙе лә маҡсат итеп ҡуйҙы.
Асыҡ һауала ойошторолған турнир һәр йылдағыса үҙенең көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Был ауыл командаларының ныҡлы әҙерлеген күрһәтте. Бағыусылар һәм Вадим Баҡыевтың класташтары еңеүселәргә грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ турнирҙың иң яҡшы волейболсылары айырым билдәләнде.