Өфө данлыҡлы Мәскәү Пасха фестивален ҡабул итте

Мариин һәм Ҙур театрҙың Валерий Гергиев етәкселегендәге ижади коллективы Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Өфө мәҙәни тур графигына икенсе йыл рәттән индерелә, баш ҡала тамашасыһы мәшһүр сәхнә оҫталарын һағынып көтөп ала һәм алҡыштарға күмә. Тарихи мәҙәни сара тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова яҙмаһы.

Был виолончель данлыҡлы оркестрҙағы билдәле сәхнә оҫтаһының музыка ҡоралы ғына түгел. Музей экспонатына тиң хазина, мәҙәни ҡомартҡы. Тарихи виолончель тәүге моңон 1698 йылда уҡ, уны яһаған Давид Тэклер ҡулында сығарған. Хәҙер инструмент Мариин театрының ҙур симфоник оркестры артисы Олег Сендецкий ҡарамағында. Музыка ҡоралдарының уникаль коллекцияһы Валерий Гергиев тарафынан тупланған, әле уларҙың бер өлөшө Өфөгә килтерелгән.

Тарихы йөҙҙәрсә йылдар менән иҫәпләнгән, донъяның иң мөһабәт залдарын яңғыратҡан музыка ҡоралдары данлыҡлы сәхнә оҫталары ҡулында Өфө тамашасыһын һөйөндөрә. Ә маэстро Валерий Гергиевтың эшен күҙәтеү үҙе бер ләззәт өҫтәй. Дирижерҙан һәр музыкантҡа күренмәгән ептәр һуҙыла кеүек. Әйтерһең дә, моң ҡул хәрәкәте аша тарала. Тамашасылар әйтеүенсә, Пасха фестивале Башҡортостандың мәҙәни тормошонда тарихи ваҡиға.

Ҙур Һәм Мариин театрҙарының берләштерелгән оркестры донъя кимәлендәге данлыҡлы композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡарҙы. Пасха фестивален Өфө икенсе йыл ҡабул итте.

Республика башлығы сәхнә оҫталарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Олег Сендецкий Һәм Юрий Афонькин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Оркестр уҙ сиратында тамашасыларға программала ҡаралмаған тағы ла бер музыкаль композиция бүләк итте. Зал сығышты аяғүрә баҫып алҡышланы.

Рәмзиә Кәримова