Майҙың тәүге ял көндәрендә тотороҡһоҙ һауа шарттары, атап әйткәндә, көслө ел сығыуы, яуым-төшөм көтөлә. Шуға ла белгестәр бындай һауа торошон ял өсөн иң яҡшы ваҡыт түгел тип иҫкәртә. Бер үк мәлдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. Был көндәрҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерция булмаған баҡса ширҡәттәрендә усаҡ яғыу тыйыла. Махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа республикала ҡотҡарыу хеҙмәте көсәйтелгән.
Оҙайлы ял көндәрендә төбәк халҡына ут менән эш итеүҙә һаҡ булыу талап ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға 10 меңдән ойошмаларға 800 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.