Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Семеновское ауылы биләмәһендә халыҡ менән осрашты. Бындай йыйылыштарҙың маҡсаты: халыҡҡа райондың социаль‐иҡтисади үҫеше менән танышыу, ауылда йәшәүселәр менән күрешеп аралашыу, мөһим мәсьәләрҙе оператив рәүештә хәл итеү.

Күсмә ултырышҡа власть вәкилдәренән тыш, үҙәк район дауаханаһы, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм район хакимәте башлығы урынбаҫарҙары килде. Осрашыуҙа халыҡ туранан‐тура хакимиәт башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.