Тәүлегенә 185 тонна он. Модернизация етештерелгән продукция күләмен артттырыу менән генә сикләнмәй, уның сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ иткән. Һуңғы биш йылда Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты производствоға 120 миллион һумдан ашыу аҡса инвестициялаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Дәүләкән икмәк продукттары комбинатының производство-техник лабораторияһы. Бында сеймал сифатына контроль үткәрелә. Бойҙай елемсәгә, дымлылыҡҡа һәм протеиндар булыу-булмауына тикшерелә. Ошо маҡсатта былтыр заманса анализатор - инфраскан алынған.
Предприятиеның был тирмәнендә бойҙай оно тартыла. Сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, заманса ҡоролма тәүлегенә 65 тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлеге бирә. Яңыраҡ бында бойҙайҙы дымландырыу автоматик линияһы һатып алынған.
Комбинаттың үҙенең тәүлегенә 7 мең тоннаға яҡын икмәк изделиелары етештергән пекарняһы ла бар. Модернизация был цехты ла урап үтмәгән. Бер нисә ай элек ондо тараһыҙ һаҡлау системаһы монтажланған. Хәҙер бында ондо тоҡтарҙа ташымайҙар - сеймал һауыттарға тултырылып цехтарға автоматик рәүештә таратыла.
Һуңғы биш йылда производствоға инвестициялар күләме 120 миллион һумдан артҡан. Был аҡса ҡайтанан техник йыһазландырыу, складтар төҙөү, лаборатор һәм икмәк бешереү ҡорамалдарын яңыртыуға, шулай уҡ махсус транспорт алыуға йүнәлтелгән. Предприятие үҫешендә дәүләт ярҙамы ҙур роль уйнай. Һуңғы 3 йылда компания 30 миллион һумдан ашыу субсидиялар алған.
Гөлдәриә Йосопова