Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты өсөнсө йыл «Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка» проектында ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә юғары уҡыу йорто коллективы республиканың 8 ҡалаһында урынлашҡан балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәрендә булып, төрлө мәғариф программаларын тормошҡа ашырған. Эш һөҙөмтәһе булараҡ вуздың «Шаляпин залы»нда Гала-концерт үтте. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Сәхнәлә - «Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка» проектының остаздары. Сәнғәт институтының тап башҡорт музыкаһы факультеты уҡытыусылары республика ҡалаларына сығып, мәктәп уҡыусыларына милли музыка ҡоралдарында, шул иҫәптән ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторған. Иң һәләтле малай-ҡыҙҙар Өфөгә Гала-концертҡа саҡырыла.
«Бәләкәй ҡалаларҙа ҙур музыка» тип исемләнгән музыкаль-мәғариф проектында Рәсәйҙең ете төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан ҡатнаша. Балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә илленән ашыу оҫталыҡ дәресе ойошторолоуҙан тыш, лекциялар уҡыҡан, классик музыка буйынса концерттар ҡуйылған. Институт коллективы профориентация эшен дә уңышлы алып бара.
Проект «Сәнғәттәр күпере» фонды тарафынан Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Юғары уҡыу йорттары, консерваторияларҙың профессор-уҡытыусылар коллективы, студенттар үҙҙәренең ижади һәм белем биреү эшмәкәрлеге менән бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе классик музыка менән таныштырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Башҡортостанда ғына меңдәрсә кеше проектҡа ҡушылып, мәҙәни белемен байытҡан.
Гөлназ Хәйбуллина