Өфөнөң 218-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре «Үлемһеҙ полк»та ҡатнашырға йыйына

Әле балалар батыр олатайҙарының портреттарын тотоп тигеҙ сафтарҙа йөрөй, репетициялар үткәрә. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, балалар баҡсаһында йыл һайын Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар гөрләп үтә. Кескәйҙәр ҡатнашлығында хәрби-патриотик тамаша әҙерләнә, һүрәттәр конкурсы ойошторола, асыҡ дәрестәр уҙғарыла. Мәғариф учреждениеһы быйыл Еңеүҙең 80 йыллығына ла тәрән йөкмәткеле программа әҙерләгән. Тәрбиәселәр әйтеүенсә, илһөйрлек тойғолары бала саҡтан уҡ һалынырға тейеш, ул ошондай сараларҙан, ғаилә, ил тарихын өйрәнеүҙән башлана.

Мәғлүм булыуынса, «Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл ғәҙҙәтәгесә урамдар буйлап үтә. Һуңғы 3 йылда хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп проект онлайн форматҡа күскәйне.

Һуңғы тапҡыр урамдарға 170 меңдән ашыу кеше сыҡһа, быйыл маршҡа 200 мең тирәһе кеше ҡушылырға ниәтләй. 9 майҙа колонна Өфөнөң Октябрь проспектында Галле урамынан СССР-ҙың 50 йыллығы урамына тиклем формалаша башлай. Старт Юрий Левитандың тауышы менән бирелә. Ҡатнашыусылар 6 саҡрым оҙонлоҡтағы маршрут үтәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров акцияны ойоштороу ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тейешле үтәү бурысы ҡуйҙы.