1-cе Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы. Хеҙмәттәшлекте һәм эш кешеһен данлаусы байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын тәбрикләне. Төбәк етәксеһе «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалып, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә хеҙмәт династияларын дауам итеүселәр менән аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамында Өфөлә хеҙмәт династияларын дауам итеүсе ғаиләләр тәбрикләнде. Хаҡлы ялға сыҡҡан Ирек Халиҡов ғаиләһенең Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә дөйөм хеҙмәт стажы 600 йыл. Уның өләсәһе менән олатаһы уҙған быуатта Ленинград ҡалаһынан Өфөгә күсеп килеп ошо предприятиела эшләй башлаған.
1941-1942 йылдарҙа Өфөгә 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана, госпиталдәрҙә яраланған һалдаттарҙы дауалайҙар, заводтарҙа двигателдәр йыйыла, самолеттар һәм танктар өсөн яғыулыҡ етештерелә.Башҡортостан башығы Радий Хәбиров республика халҡын Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән тәбрикләне. Әлбиттә, Өфөнөң ил алдындағы ҡаҙаныштары уҙған быуат дәүере менән генә сикләнмәй. Башҡортостан бөгөн дә ил ҡеүәтен арттырыу өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы» стелаһы майҙанын артабан төҙөкләндереү мөһимлеген билдәләне. Стела эргәһендәге скверҙы тәртипкә килтереү, һуғыш йылдарындағы бронепоезд һәм башҡа техника макетын урынлаштырыу күҙаллана.
1 май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул хеҙмәттәшлеккә, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Был көн рәсми рәүештә 86 илдә байрам булараҡ билдәләнә. Һуңғы биш йылда «Өфө- хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы Яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләү өсөн төп майҙансыҡ булып иҫәпләнә.
Флорида Ким