Башҡортостан һәм Үзбәкстан хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә күтәрелде

«Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тиҫтәләгән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Яҡтар ауыл хужалығы, сәнәғәт, еңел сәнәғәт, нефть химияһы продукцияһын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, туризм йүнәлештәрендә уртаҡ проекттарҙы дауам итергә килеште. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше яҡынса 20 процентҡа үҫкән.Төбәктән экспорт - 14,7, ә импорт 68,5 процентҡа артҡан. Хеҙмәттәшлек даирәһен артабан да нығытыу маҡсатында республика сит ил партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә ниәтләй.Ике республика араһында фән һәм мәғариф өлкәһендә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.