Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы

Бөгөн Өфөлә түләүле туҡталҡалар буйынса диспетчер үҙәге эшләй башланы. Операторҙар парковка өсөн түләү, мөмкин булған льготалар буйынса кәңәштәр бирә. Шулай уҡ түләүҙәр йәки башҡа техник мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Диспетчер үҙәгенең тәүге эш көнөн БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Диспетчер үҙәгенең тәүге эш көнөндә шылтыратыуҙар күп түгел. Барыһын да парковка өсөн нисек түләргә тигән һорау борсой. Түләүле туҡталҡалар булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр бер нисә йыл дауам итә. Бындай практика илдең 20 ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Быйыл Өфөлә лә түләүле машина ҡуйыу урындары эшләй башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта республиканың баш ҡалаһында ошондай 1 мең 188 парковка урыны раҫланған. Уларҙың барыһы ла ҡала үҙәгендә туғыҙ урамда урынлашҡан. Урындарҙың кәм тигәндә 10 проценты инвалидтар автомобиле өсөн ҡаралған. Тест режимында проект бер айҙан ғәмәлгә инер тип көтөлә.

Операторҙар парковка сессияларын түләү, мөмкин булған льготалар, түләүле парковкалар эше һәм башҡа мәсьәләләр буйынса консультациялар бирә. Шулай уҡ төрлө техник өҙөклөктәр тураһында ла мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин.

Әйткәндәй, парковка урыны өсөн килеп туҡтағас шунда уҡ, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Паркоматтар урынлаштырыу әлегә мөмкин түгел, ти белгестәр. Ваҡытында түләүҙе мобиль һәм стационар фото, видео-фиксация комплекстары контролдә тотасаҡ. Ҡағиҙә боҙоу осрағында автомобиль хужаһына 500 һумдан алып 2 мең ярым һумға тиклем штраф янай. Парковка өсөн түләүҙе ашығыс хеҙмәттәр - янғын һүндереүселәр, авария-ҡотҡарыу бригадалары, ашығыс ярҙам һәм полиция автомобилдәренән алмаясаҡтар. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн льготалар ҡаралған. Улар тураһында ентекләберәк +7 (347) 246-68-66 диспетчер үҙәгенә шылтыратып белешергә мөмкин.

Әлфинә Килдейәрова