Өфө автоһәүәҫкәрҙәренә ҡағылышлы тағы бер мөһим яңылыҡ. Бөгөндән алып Ағиҙел йылғаһы яры буйы урамы иртәнге сәғәттәрҙә тулыһынса асыҡ буласаҡ. Атап әйткәндә, «Юность» спорт комплексынан алып Сочи урамындағы съезға тиклемге юл асыла. Сикләүҙәрҙе бөтөрөү иртәнге сәғәт 7-нән 10-ға тиклем, йәғни өс сәғәт дауамында ғәмәлдә була. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәреш индереү 1 майҙан алып 30 сентябргә тиклем ҡаралған.