Раевкала яңыртылған Мемориаль комплекс асылды

Әлшәй районы үҙәге - Раевка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған Мемориаль комплекста ремонт эштәренән һуң ҡайтанан Мәңгелек ут тоҡандырылды.

Был һәйкәл бынан теүәл 50 йыл элек, 1975 йылдың 1 майында Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы уңайынан асылған булған. Монументтың үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Борис Фузеевтың проекты буйынса ҡуйылған 5 метрлыҡ Тыуған ил-Әсә һыны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан, Мемориаль комплекстың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү өсөн унда заманса хәүефһеҙлек системаһы ҡуйылған газ үткәргес һуҙылған. Бынан ары Мәңгелек ут әлшәйҙәрҙе теләһә ниндәй һауа шартарында ла йылытып торасаҡ. Яңыртылған Мемориаль комплексты ҡайтанан асыу танманаһы Әлшәй халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. Һәйкәл эргәһендә ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде. Илһөйәрлек сараһы йәнә илебеҙҙә бер кем дә бер нәмә лә онотолмауын иҫбатланы.