Ҙур тулҡынланыу һәм хөрмәт менән. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары үҙҙәренең яуаплылыҡ биләмәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар мемориалын тәртипкә килтерҙе.
Еңеү көнө алдынан улар өмә үткәрҙе. Яҡташтарыбыҙ һәйкәлде туҙандан таҙартып, сәскәләргә һыу һипкән, ағас олондарын аҡпаған, шулай уҡ Еңеү байрағы һәм Рәсәйҙең дәүләт флагын яңыртҡан. «Эмир»ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, Донбасс ерендә бик күп ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны ҡойолған һәм улар мәңгегә беҙҙең хәтерҙә.