Ауырғазы районыда Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Махсус хәрби операцияла һәләк булған ир-егетттәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Илһөйәрлек сараһында ҡаһарман яугирҙарҙың ғаиләләре, ауылдаштар һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Мемориалда алғы һыҙыҡта һәләк булған Денис Иҫәнбаев, Илмир Сәйфетдинов һәм Әмир Ибраҡовтарҙың исемдәре уйылып яҙылған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Төрөмбәт ауылы мәҙәниәт йорто алдында тантаналы сара. Биләмәлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Иҫәнбаев менән күрше ауылдан яугирҙааға һәйкәл асылды . Мемориалда ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү башланғысы менән урындағы халыҡ сыҡҡан. Яугирҙарҙың ғаиләләре һәйкәл асыу тантанаһында иғтибар үҙәгендә булды.

Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән Денис Иҫәнбаев Свердловск ҡалаһында хәрби хеҙмәт үткән, Ҡырымды азат итеү хәрәкәтендә ҡатнашҡан. 2022 йылда ул махсус хәрби операцияға юллана һәм былтыр Донецк халыҡ республикаһында батырҙарса һәләк була. Яуһа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Мәктәптәрҙә герой парталары асыла, мемориаль таҡтаташтар ҡуйыла. Район-ҡалаларҙа һәйкәлдәр ҡуйыла. Батырҙарҙың исемдәре китап биттәрендә урын ала. Алғы һыҙыҡтағыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә лә етди иғтибар бүленә.

Флорида Ким