Илһөйәрлек рухында. Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу уҙғарылды.
«Батырлыҡ дәресе» нә «Пухляш», «Изя» ҡушаматлы яугирҙар саҡырылды. Осрашыу мәктәп музейында ойошторолдо. Яугирҙар илебеҙҙе нацистарҙан яҡлап һәләк булған яҡташтарын хөрмәт менән иҫкә алды. Улар мәктәп уҡыусыларына фронтҡа яҙған йылы йөкмәткеле хаттары өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Малай -ҡыҙҙар һалдаттарҙың хәрби юлы, ир-егеттәр араһындағы берҙәмлек һәм дуҫлыҡҡа ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе.»Пухляш һәм «Изя» ҡушаматлы яугирҙар уҡыусыларға үҙҙәренең хеҙмәте һәм хәрби ҡаҙаныштары тураһында бәйән итте. «Пухляш» 4-се дәрәжә Изге Георгий Ордены, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары, Гвардия билдәһе менән бүләкләнгән. «Изя» мотоуҡсылар часында өлкән водитель-радиотелефонист булып хеҙмәт итә. Яугир рота командирын, шәхси составты йөрөтә, яралыларҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә.