Максимовка микрорайонында улар аварияға ҡаршы әҙерлек үтә. Инспекторҙарға киләсәктә Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. Хәрби автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең имтихан тапшырыу мәлен БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә бер - машинаның төҙөклөгөн тикшереп, хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырыу. Юғары тиҙлектә хәрәкәт иткән был машиналарҙан резина еҫе генә ҡала. Илнар Нәсибуллин - хәрби автоинспекция хеҙмәткәре. Махсус хәрби операция ветераны яңы һөнәргә бер йыл элек килә.
Мордовия Республикаһынан Иркутск өлкәһенә тиклем. Был юлы Өфөлә төрлө төбәктәрҙән йыйылған 22 инспекция вәкилдәре уҡыуҙар үткән. Был төркөмгә йыйылған курсанттарҙың барыһы ла хәрби бәрелештәр ветерандары. Инспекторҙар аварияға ҡаршы әҙерлек сиктәрендә патрулләү, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында эшләү, енәйәтселәрҙе эҙәрлекләү һәм ҡулға алыу тәртибенә төшөнә.
Юғары тиҙлектә боролоу, параллель һәм габаритлы парковка, алға һәм артҡа ҡарай «змейка» менән үтеү, төркөм менән хәрәкәт итеү... Инспекторҙар ҡабат-ҡабат ошо һәм башҡа күнекмәләрҙе нығыта. Биш көнгә иҫәпләнгән уҡыу тәүҙә кабинеттарҙа теория өйрәнеүҙән башлана. Һуңынан күнекмәләр асыҡ майҙансыҡта, ҡала урамдарында камиллаштырыла. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн һәр машинала рациялар урынлаштырылған.
Хәрби автоинспекция Ҡораллы көстәр министрлығына ҡарай. Инспекторҙар хәрби транспорт саралары хәрәкәт иткәндә хәүефеҙлекте тәьмин итә, хәрби машина менән идара итеүселәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен дә тикшерә.
Әлфинә Килдейәрова