Һуғыш йылдары сыныҡтырған замандашыбыҙ исеменә Рәсәй Президенты, республика башлығы һәм башҡала мэрынан ҡотлау хаттары тапшырылды.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 11 йәшен тултырған Әҙибә Латипова тиҫтерҙәре һәм ауылдаштары менән бергә ул йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын татый. Ауылда олоһо ла кесеһе лә бер-береһенә терәк булып, колхоз ҡырҙарында эшләй - Еңеү яҙын яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
Үҫмер сағында уҡ Әҙибә Латипова төрлө эштәргә өйрәнә. Тәүҙәрәк фронтҡа һалдаттарға ебәрергә йылы кейемдәр бәйләргә өйрәнһә, үҫә төшкәс күпертеп икмәк һалыу оҫталығы менән дан ҡаҙана. Ҡай саҡта уға үҙе эшләгән балалар баҡсаһына һәм башҡа оойшмалар өсөн көнөнә өсәр мейес икмөк һалырға тура килә. Әҙибә биш балаһында ла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтерә.
95-се тыуған көнөн Әҙибә Латипова 5 балаһы, 6 ейән-ейәнсәре һәм 8 бүләһе менән бергә ҡаршы ала. Рәсәй Президенты, республика етәкселеге, башҡала һәм район хакимиәттәренең рәхмәт хаттарына лайыҡ хөрмәтле втерандың оҙаҡи йәшәү һәм бәхет серҙәре ябай. Был хәҡиҡәтте ул балаларына ла төшөндөргән.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, әлеге ваҡытта республикала «һуғыш балаһы» статусына эйә 114 мең 800 кеше иҫәпләнә. Улар, Әҙибә Латипова кеүек үк, һуғыш ауырлыҡтарына сынығып, лайыҡлы тормош ҡорған быуын вәкилдәре.
Гөлдәриә Йосопова