Был осорҙа республиканың күп кенә муниципаль район-ҡалаларында 47 сауҙа майҙансығы ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәтте Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының рәсми сайтынан белергә мөмкин. Баш ҡалала, мәҫәлән, йәрминкәләр иртәгә һәм йәкшәмбе көн Эшсе хәбәрселәр урамындағы һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ойошторола.