Ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икәүһе медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Иглин ауылында иһә чат-бот ярҙамға килгән. Ваз-2113 автомобиле руле артындағы ирҙең иҫерек хәлдә булыуы тураһында граждандарҙың береһе чат-ботҡа хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары шунда уҡ транспорт сараһын таба. Еңел автомобилдең водителе урында йәшәүселәрҙең береһе булып сыға. Тикшереү уның ҡанында алкоголь булыуын күрһәтә, бының өсөн уға административ материал төҙөлгән.
Уҙған тәүлектә «Хәүефһеҙ юл» операцияһы сиктәрендә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бер мең 300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын теркәгән. 62 иҫерек водитель асыҡланған, уларҙың дүртеһенә ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырғаны өсөн енәйәт яуаплылығы янай.