Дәһшәтле һуғыш йылдары, һикәлтәле яҙмыш һуҡмаҡтары... Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова яҙмыш һынауҙарына һынмаҫ рухына һәм уңғанлығына таянып лайыҡлы үтеүсе. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йөҙйәшәрҙең фронттағы ҡаһарманлығы һәм тыныс тормоштағы фиҙәҡәр хеҙмәте биттәрен БЮТ ижади төркөм лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йөҙ ҙә ике йәшлек Валентина Георгиевна Потапова Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ил Президенты, Башҡортостан Башлығы, Баймаҡ районы етәкселегенән ҡотлауҙар ҡабул итте. Валетина Потапова бөтә уңайлыҡтары булған фатирынан ошо ағас өйҙө өҫтөнөрәк күрә. Сөнки тал ошо йортта ул балалары һәм тормош иптәше менән бергә бәхетле ғүмер кисергән . Ә бәл фотоһүрәттәрҙә уның йәшлеге һәм фронт йылдары. Башҡортостандан 11 мең ҡатын -ҡыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.Валентина Георгиевна иһә 19 йәшендә, 1942 йылда Белорусия фронтына эләгә., иңдәренә шинель һала.Уның хәрби юлы-ысын батырлыҡ һәм көслө рух өлгөһө.
Дошман пулялары , шартлауҙар аҫтында ул осоусы-штурмовиктарға яу яланында булған үҙгәрештәр хаҡында оператив хәбәр итә. Рация ярҙамында телефонистка авиация һөжүменә дөрөҫ йүнәлеш бирергә, ерҙәге ғәскәрҙәргә дөрөҫ тактика алырға булышлыҡ итә.Валентина Георгиевна Еңеү тураһындағы шатлыҡлы хәбәрҙе Балтик Буйында ҡаршылай. Тыуған ергә ҡайтҡас, геройыбыҙ һаҡлыҡ банкында эшен дауам итә, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Түба руднигында кассир-бухгалтер булып эшләй. Ғәҙел һәи ышаныслы хеҙмтәкәр табылған алтындың һәр бер бөртөгөн ҡәҙерләп һаҡлап Хөкүмәткә ташыра.
Валентина Георгиевна яҙмышын - Михаил Кирсанович менән бәйләй. Улар бергәләшеп бер ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп оло тормош юлына сығара. Олоғайған көнөндә ветеранды ҡыҙы Елена Гришаева айырым хәстәрлек һәм иғтибар менән баға.
Быуаттан ашыу ғүмер кисергән сал сәсле ханмыдың оҙон ғүмерле һәм яҡты зиһенле булыуының сере бик ябай. Ул йомшаҡ күңелле, ихлас, ярҙамсыл һәм ҡулынан китап төшөрмәй. Толстой, Пушкин, Драйзер әҫәрҙәре ҡартлыҡҡа бирешмәҫкә ярҙам итә , ти ветеран.
102 йәшлек Велентина Потапова Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирләр һаҡлай, улар хаҡында йәш быуын вәкилдәренә лә дөрөҫлөктө һөйләй. Илебеҙ һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ханым ил-ергә тыныслыҡ, ә йәштәргә илһөйәрҙәр булып үҫеүен теләй.
Гүзәл Борханова