Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы ла республикала иғлан ителгән хәтер һәм хөрмәт көнөндә урындағы зыяратты сүп-сарҙан таҙартты. Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотоу ауылда йәшәүсе һәр кемдең бурысы , тип һанай улар. Халыҡ үҙ туғандарының ятҡан урынын ғына түгел, ә тәрбиәһеҙ ҡалған башҡа ҡәберлектәрҙе лә рәткә килтерә. Тереләрҙең ҡәҙерен бел-үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Тап зыярат төҙөклөгөнән ауылда ниндәй халыҡ йәшәүе билдәләнә, ти Ҡарайеректәр.